8 декабрь, Кесе йома

15 декабрь 2011 йыл, 16:00

Рөстәм Хәмитов социаль туризм буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Өфөлә социаль туризм мәсьәләләренә арналған беренсе бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты.

— Беҙгә килгән туристар иҫәбе, социаль туризм буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә туристик тармаҡтағы алдынғы төбәктәрҙең береһе, — тине Рөстәм Хәмитов, форум эшен асып. — Был эштәрҙе беҙ арттырып, яңы динамика менән артабан дауам итәсәкбеҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар. Башҡортостан Президенты республиканың Рәсәйҙәге иң матур төбәктәрҙең береһе булыуын һәм уның илдең Европа өлөшөндә урынлашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был республикабыҙға ситтән туристар йәлеп итеү өсөн бик ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра.

— Алдыбыҙға алған бөтә маҡсаттарға ла үҙебеҙ, шул иҫәптән туризм буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында өлгәшә алырбыҙ, тип уйлайым,— тип белдерҙе республика башлығы. — Был иң элек үҙен ошо матур эшкә – республикаға ҡунаҡтар саҡырыуға бағышлаған кешеләрҙең эше.

Башҡортостан Президенты республикалағы социаль туризмды үҫтереү программаһын форумдың пленар өлөшөндә баһаланы. Уның әйтеүенсә, был йүнәлеште үҫтереү философияһы кешеләргә үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, оло процестарҙа ҡатнашыусы итеп тойорға мөмкинлек биреүҙән ғибәрәт.

— Был программаны башлағанда беҙ, дәүләт, власть һәр этапта кешеләр менән бергә булырға тейеш, тигән күҙлектән сығып эш иттек, — тине Рөстәм Хәмитов. — 2020 йылға билдәләнгән ҙур объекттар төҙөлөшө, күләмле программалар тураһында һөйләргә кәрәкмәй. Кешене бөгөнгө көн ҡыҙыҡһындыра. Уның ситкә сығырға, сәйәхәт итергә, донъя күрергә мөмкинлеге булырға тейеш.

Президент республиканың санатор-курорт дауалауы, сәйәхәттәр өсөн ҙур потенциалы, иҫ киткес матур тәбиғәте булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Шул уҡ ваҡытта ябай кешенең Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙе күрергә, йәки Ирәмәлгә менергә мөмкинлеге юҡ, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Башҡортостандың көнбайышында йәшәгәндәр бер ҡасан да Көньҡ Уралда булмаған, сәскәләргә төрөнгән даланы күрмәгән. Уларға ярҙам итеү теләге көслө, әлбиттә.

Быйыл социаль туризм программаһына 37 миллион һум йүнәлтелгән.

— Алдағы ике йылда финанслауҙы 100 миллионға, хата 150-200 миллионға тиклем арттырырбыҙ, бәлки.

Быйыл был программа буйынса республиканың өс мең самаһы халҡы ял итте. Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, йыл һайын 30 мең кешене сәйәхәткә ебәреү бурысы тора.

— Был ғәйәт ҙур, ауыр мәсьәлә, әлбиттә. Социаль туризм – үтә ҡатмарлы сектор. Уны ойоштороуға үҙенсәлекле ҡараш кәрәк, — тип иҫәпләй Президент. — Әммә унан тыш алға барып булмай, ололарға дөрөҫ ҡараштың нисек булырға тейешлеген үҫешкән, уңышлы илдәрҙең өлгөһөндә күрәбеҙ.

Программа буйынса ял итеп ҡайтҡан өс мең кеше тиҫтәләгән туғандары һәм таныштары менән тәьҫораттарын уртаҡлашҡандыр, моғайын.

— Был матур, ыңғай фекерҙәрҙең һәм тәьҫораттарҙың тулҡыны республикала ғына түгел, бөтә илгә таралырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Шуға күрә беҙ финанслауҙы арттырасаҡбыҙ, 2012 йылда ул ике тапҡырға күтәрелһә, 2013 йылда был сумма 2012 йылға ҡарата ике тапҡырға арттырыласаҡ.

Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, киләһе этап — балалар туризмын үҫтереү.

— Оло республикабыҙҙың иң төпкөлөндә йәшәгән балаларҙың да тыуған илебеҙ гүзәллеген, Шүлгәнташ м    әмерйәһен күрергә, Рәсәйҙең баш ҡалаһында булып ҡайтырға мөмкинлеге булырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республика бюджеты 120 млрд һум, беҙ уның ноль бөтөн ундан бер процентын (бер процентын булһа, бигерәк тә яҡшы) социаль туризмға йүнәлтә алабыҙ. Яҡшы эштәргә аҡса йәлләргә кәрәкмәй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән Туризм буйынса федераль агентлыҡ араһында Туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Радьков ҡул ҡуйҙы.