11 декабрь, Йәкшәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 16:26

Рөстәм Хәмитов: «Социаль туризмды үҫтереү өлкәһендә беҙгә конкуренттар юҡ»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— 2011 йылдан алып республикала туризм өлкәһен үҫтереү буйынса системалы эш ойошторҙоҡ. Һәм эске туризмды үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программаға эләктек. Туризм буйынса федераль агентлыҡтан тыш был эште башҡара алмаясаҡбыҙ.

Журналистарға Рәсәйҙең Туризм буйынса федераль агентлығы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуына аңлатма биреп, Рөстәм Хәмитов күп өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү  ҡаралғанлығы хаҡында белдерҙе.

— Бынан тыш, республикала социаль туризмды үҫтереү өлкәһендәге тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашасаҡбыҙ, — тине Башҡортостан Президенты. – Рәсәй Федерацияһында был ҙур матур проектты беҙ беренсе булып башланыҡ. Был өлкәлә конкуренттарыбыҙ юҡ.  

Рөстәм Хәмитов республикала үтергә тейешле бер нисә ҙур спорт сараһы тураһында ла һөйләне. Уның әйтеүенсә, Өфө 2021 йылда Бөтә донъя спорт уйындарын үткәреүгә дәғүә итә.

— Быны Олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса олимпиада тип тә атарға була, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – Унда һигеҙ меңдән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ. Был мәсьәләне лә беҙ Туризм буйынса федераль агентлыҡтың ярҙамынан тыш  хәл итә алмаясаҡбыҙ.

Килешеү сиктәрендә республиканы төрлө өлкәләге хеҙмәттәшлек, берлектә хәл ителәсәк бик ҡыҙыҡлы, сағыу проекттар көтә, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.  

Туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеү бөгөн Өфөлә үткән социаль туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән Туризм буйынса федераль агентлыҡ араһында төҙөлдө.