Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» менән наградланылар

Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда йәнә күп балалы 60 әсә «Әсәлек даны» миҙалдарын алды. Был тантаналы сараны республиканың Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдинов үткәрҙе. Наградланыусыларҙы ҡотлап, вице-премьер уларҙың йәмғиәтте үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы.

— Республика күп балалы ғаиләләр тураһында хәстәрлек күрә, әммә бөгөн һандарҙы телгә алғы килмәй, һеҙгә иң йылы һүҙҙәрҙе еткерге килә, — тине Фидус Ямалетдинов. – Ил киләсәге хаҡында һүҙ йөрөткәндә, тәү сиратта демографик хәлде иҫкә төшөрәләр. Илдә үҙенең тыуған ерен яратҡан, уның сәскә атыуы өсөн эшләргә әҙер булған кешеләр күберәк булһа – беҙҙе яҡты киләсәк көтә. Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү дәүләт сәйәсәте һәр ваҡыт өҫтөнлөклө булып ҡаласаҡ, быны республика Президенты вәғәҙә итте, — тип белдерҙе Фидус Әғләм улы һәм республика бюджеты йөкләмәләренең яҡынса 70 процентының социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә китеп тороуын билдәләне. Күп балалы имен, дуҫ ғаилә — йәштәр өсөн матур өлгө, тип билдәләне вице-премьер.

Фидус Ямалетдинов республиканың 31 районы һәм ҡалаһынан килгән ҡатындарға миҙалдар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы. Улар араһында – хужабикәләр, уҡытыусылар, ауыл клубы, дарыухана, почта, ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре.

Теги: наградлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть