5 декабрь, Дүшәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 15:00

Владимир Путин Рәсәй халҡы менән «тура бәйләнешкә» сыҡты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин ил халҡы менән тура эфирҙа аралаша башланы. Уның сығышы бер юлы бер нисә федераль телеканал, радиостанция һәм интернет-ресурстар аша тапшырылды.

Әлеге «тура бәйләнеш» Владимир Путин өсөн юбилейлы – иҫәп буйынса унынсыһы. Халыҡ менән ошо рәүешле аралашыуҙы ул 2001 йылда Рәсәй Президенты булараҡ башлағайны.

Премьер-министрға үҙенең һорауҙарын студия ҡунаҡтары ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендәге кешеләр ҙә бирә аласаҡ. Владивостокта, Түбәнге Тагилда, Сочиҙа, башҡа ҡалаларҙа күсмә студиялар эшләй. Уларҙың береһе Өфөлә ҡуйылған.

Владимир Путинға телефон аша ла мөрәғәт итеп була. Берҙәм мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә 8-800-200-40-40 телефоны аша Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенән шылтыратырға мөмкин (стационар һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай). Һорауҙар яҙылған SMS-хәбәрҙәр 0-40-40 һандарына ҡабул ителә — Рәсәй буйынса бөтә элемтә операторҙары телефондарынан хат ебәреү — бушлай. Бынан тыш, Хөкүмәт башлығына «Владимир Путин менән һөйләшеү.Дауамы» программаһының www.moskva-putinu.ru сайтында ла һорау ҡалдырырға мөмкин. Владимир Путин менән «тура бәйләнеш»кә килгән мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге тура эфир тамамланғанға ҡәҙәр эшләйәсәк.