6 декабрь, Шишәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 14:14

Яңы йылға әҙерләнгән шыршылар алдағы шәмбелә һатыуға сығарыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында бер нисә дәүләт унитар предприятиелары Яңы йылға әҙерләнгән шыршыларҙы Өфөгә алдағы йыл көндәрендә үк алып киләсәк. Шулай итеп, шәмбе, 17 декабрҙә, Спорт һарайы һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Биш предприятие — «Нуриман урманы», «Иглин урманы», «Ҡалтасы урманы», «Стәрлетамаҡ урманы» дәүләт унитар предприятиелары һәм «Урман янғындарын иҫкәртеү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы 1500-ҙән ашыу урман һылыуын алып киләсәк.

Халыҡ үҙе теләгән ағасты һайлап ала аласаҡ. Аҡ шыршы — 170-200 һумдан, ҡарағай – 120 — 170 һумдан, шыршы 100-150 һумдан һатыласаҡ.

— Бөгөнгө көндә дәүләт унитар предприятиелары 11 мең 500-ҙән ашыу шыршы, 60 мең самаһы ҡарағай һәм 27 мең аҡ шыршы әҙерләгән. Яңы йылға йәмғеһе 206 мең ағас әҙерләнәсәк. Яңы йыл шыршыларын һатыу буйынса «Мәләүез урманы» алдынғы урында. Был предприятие хеҙмәткәрҙәре менән әле 585 мең һумлыҡ продукция һатылған. Уларҙан һуң «Йылайыр урманы» килә, әлеге көндә улар 576 мең һум аҡса эшләгән. 470 һәм 400 мең һумға шыршылар һатҡан «Стәрлетамаҡ урманы» менән «Белорет ураманы» — өсөнсө һәм дүртенсе урында, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына министрлыҡтың матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.

Ҡағиҙә булараҡ, Яңы йыл сауҙаһының ҡыҙған осоро 20 — 31 декабргә тура килә. Яңы йыл кампаниялары һөҙөмтәһендә дәүләт унитар предприятиеларының табышы 13 млн һум күләменә етергә ейеш, тип фаразлана.