Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Йыл башынан алып халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы хеҙмәттәре менән 340 мең кеше файҙаланған

Иҡтисад

Йыл башынан Башҡортостандың халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы хеҙмәттәре менән яҡынса 340 мең кеше файҙаланған. Ғинуарҙан ноябргә тиклем республикала 121,5 мең кеше эш эҙләүсе сифатында иҫәпкә ҡуйылған. Үткән йылдың ошо уҡ осорона ҡарата был 1,2 тапҡырға кәмерәк.

Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың ноябрендә дәүләт ярҙамын алыу ниәте менән 33 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙан 11 мең кеше йәки мөрәжәғәт итеүселәрҙең 34 проценты эш эҙләүҙә булышлыҡ итеүҙе һораған. Яҡынса 8600 кеше (26 процент) халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенең профессиональ йүнәлешкә бәйле хеҙмәте менән файҙаланған. Йәнә 13 меңдән ашыу кеше йәки мөрәжәғәт итеүселәрҙең 40 проценты хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт алған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә ағымдағы йылдың июнь айында иң күп кеше мөрәжәғәт иткән, был айҙа 15800 кеше иҫәпкә ҡуйылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть