10 декабрь, Шәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 12:10

2012 йылдың 4 мартында Өфө халҡы ҡала Советының яңы составын һайлаясаҡ

автор: Людмила Терновая

2012 йылдың 4 мартында Өфө халҡы ҡала Советының яңы составын һайлаясаҡ.

Һайлау үткәреү тураһындағы ҡарар көн элгәре Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының 44-се ултырышында ҡабул ителде.

Шулай уҡ ҡала Советы депутаттары 30-ҙан ашыу һорауҙы ҡараны. 2011 йылға ҡала округы бюджетына үҙгәрештәр индереү ҙә улар араһында, был үҙгәрештәр айырым сараларҙы финанслауға республика бюджетынан бүленгән 542026,6 мең һум күләмендәге средстволарҙы ҡала округы бюджетына индереүгә бәйле. Депутаттар шулай уҡ 2012 йылдың яҙына ҡала округының дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары буйынса транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Өфөнөң депутаттар корпусына йәнә төҙөлөп ятҡан (реконструкцияланған) объекттарҙы инженерлыҡ селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса 2009-2011 йылдарға «Уфаводоканал» муниципаль унитар предприятиеһының үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү системаларын комплекслы үҫтереү буйынса инвестицион программаны тормошҡа ашырыу тураһында мәғлүмәт тәҡдим ителде.