5 декабрь, Дүшәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 12:05

Элек туҡтатылған бер нисә ҡала яны поездары яңынан йөрөй башланы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Декабрь айында Башҡортостанда бер юлы бер нисә ҡала яны тимер юл маршруттары индерелде. Шулай итеп, пассажирҙарҙың бихисап һорауҙары буйынса студенттар өсөн уңайлы «Өфө-Раевка», «Раевка-Абдуллино», «Абдуллино-Раевка», «Раевка-Өфө» электричкалары ҡабаттан көн һайын йөрөй башланы. Бынан тыш, «Өфө-Инйәр» һәм «Инйәр-Өфө» ҡала яны пассажирҙар поездарының хәрәкәте лә тергеҙелде.

Яңыртылған маршруттарҙың расписаниелары менән БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының сайтында танышырға мөмкин.