Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ике район башлығы алмашынды

Сәйәсәт

Өфөлә Ленин һәм Киров райондары башлыҡтары алмашынды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Раил Мөхәмәтов хәбәр итте.

Элекке Киров районы башлығы, 2010 йылдан был вазифаны биләгән Салауат Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Хәҙер районды бығаса район хакимиәтенең халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы начальнигы булып эшләгән Динар Хәлилов етәкләйәсәк.  

Өфөнөң Ленин районына 2001 йылдан етәкселек иткән Николай Солодовников та, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, элекке вазифаһынан китте. Өфө хакимиәтендә әүәлге башлыҡтың хәҙер ҡайҙа эшләүе тураһында мәғлүмәт бирә алмайҙар. Әммә, икенсе сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, ул БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығын етәкләйәсәк. «Башинформ» агентлығына идаралыҡта был мәғлүмәтте раҫланылар, әммә Николай Солодовников әлегә эш урынында күренмәне, һәм етәксе вазифаһын бында әүәлгесә Тимерхан Биккинин башҡара, тип асыҡлыҡ индерҙеләр.

Николай Солодовников урынына Өфөнөң Ленин районына хәҙер Владимир Нагорный етәкселек итәсәк. Ул әлегә тиклем Киров районы башлығы урынбаҫары булып эшләгәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть