8 декабрь, Кесе йома

15 декабрь 2011 йыл, 11:06

Владимир Путин бөгөн телекүпер ярҙамында ил менән аралашыуға сыға

автор: Марина Шумилова

Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин бөгөн «Россия 1», «Россия 24» телеканалдарында, «Маяк», «Вести FM» һәм «Радио России» радиостанцияларында тура эфирҙа рәсәйлеләрҙең һорауҙарына яуап бирәсәк. «Владимир Путин менән һөйләшеү.Дауамы» программаһы Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12-лә башланасаҡ.

Берҙәм мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә 8-800-200-40-40 телефоны аша Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенән шылтыратырға мөмкин (стационар һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай). Һорауҙар яҙылған SMS-хәбәрҙәр 0-40-40 һандарына ҡабул ителә — Рәсәй буйынса бөтә элемтә операторҙары телефондарынан хат ебәреү — бушлай. Бынан тыш, Хөкүмәт башлығына «Владимир Путин менән һөйләшеү.Дауамы» программаһының www.moskva-putinu.ru сайтында ла һорау ҡалдырырға мөмкин. Владимир Путин менән «тура бәйләнеш»кә килгән мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге тура эфир тамамланғанға ҡәҙәр эшләйәсәк.

Бөгөнгө телекүпер иҫәп буйынса унынсы сара буласаҡ. Владимир Путин халыҡ менән бындай форматта 2001 йылда аралаша башланы. 2002 йылдағы икенсе телекүпер ваҡытында күсмә телестанцияларҙың береһе Башҡортостандың Ауырғазы районы үҙәге – Талбазы ауылында эшләгәйне.

Владимир Путинға үҙенең һорауҙарын Ҡунаҡһарайҙағы студия ҡунаҡтары ғына түгел, Рәсәй ҡалаларынан тура бәйләнешкә сығасаҡ кешеләр ҙә бирә аласаҡ. Хөкүмәт башлығының рәсәйлеләр менән аралашыу ваҡыты сикләнмәгән. 2010 йылдың 16 декабрендә эфирға сыҡҡан ошондай уҡ программа рекордҡа тиң ваҡытҡа — 4 сәғәт 26 минутҡа һуҙылды.

темалар: телекүпер