11 декабрь, Йәкшәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 11:00

БЮТ телеканалы «Салауат Юлаев» хоккей клубы тураһында документаль фильм күрһәтәсәк

автор: Дмитрий Слезин

15 һәм 16 декабрҙә 20 сәғәт 40 минутта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында «Салауат Юлаев» хоккей клубы тарафынан төшөрөлгән «Юлаевсылар стиле» (Юлаевский стиль) тип аталған фильм күрһәтеләсәк. «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, был тулы метражлы документаль фильмдың авторҙары – Лилиә Шафикова һәм Фәрит Ханнанов – Өфө клубының бай тарихынан төп ваҡиғаларҙы һәм билдәле исемдәрҙе сағылдырырға тырышҡан. Ваҡиғалар шаһиттарынан Өфө, Нефтекама, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Калининград ҡалаларында яҙып алынған хәтирәләр ҙур урын биләй.

Уникаль кадрҙар, ысын геройҙар, тренерҙар һәм төрлө йылдағы уйынсылар менән эксклюзив әңгәмәләр уҙған быуаттың алтмышынсы йылдар мөхитенә сорналдыра, билдәле «бронза быуаты»нда өлгәшелгән еңеүҙәргә алып ҡайта.

«Юлаевсылар стиле» авторҙары хоккейсылар тормошонан ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға, әңгәмә һәм ҡыҙыҡлы күренештәргә айырыуса иғтибар бүлгән. Дөйөм алғанда проекттың ике өлөшө 1 сәғәт 10 минут дауам итә.