11 декабрь, Йәкшәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 10:42

Башҡортостанда 17 мең кеше йәшәү шарттарын яҡшыртты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандағы 75 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәрелгән. 2011 йылда күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса адреслы программаның йомғаҡтарынан күренеүенсә, ошоноң арҡаһында 17 меңдән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программаны үтәү өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының финанс средстволары йәлеп ителгән. Дәүләт корпорацияһы төбәккә 275,5 млн һум аҡса бүлгән. Ҡушып финанслау шарттарында республика бюджеты тағы 50,3 млн һум күсергән. Быларға урындағы бюджет һәм милек хужалары средстволары ла өҫтәлгән.

Был эштәр сиктәрендә 71 лифт алмаштырылған, йорттарҙың ҡыйығы, фасады, инженерлыҡ коммуникациялары ремонтланған. Бынан тыш, ихтыяжлыҡ булған һәр йортта дөйөм иҫәпләү приборҙары ҡуйылған. Программаны тормошҡа ашырыуҙа республиканың ете муниципаль берәмеге — Өфө, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Күмертау, Октябрьский һәм Туймазы ҡалалары ҡатнашҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2008–2011 йылдарҙа республика фондтан 9,7 млрд һум ярҙам алды. Бөтә сығанаҡтарҙан өҫтәп финанслауҙы иҫәпкә алғанда, республикала капиталь ремонтҡа ғына 7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә был арала 225399 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан, 1056 торлаҡ йорт ремонтланған, дөйөм алғанда 4135577,2 кв.м майҙанда эштәр башҡарылған.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды – капиталь ремонт үткәреү өсөн берҙән-бер ресурстар сығанағы түгел. Капиталь ремонт буйынса республика программалары сиктәрендә 2010–2011 йылдарҙа 302 күп фатирлы йортто ремонтлауға 280 млн 894 мең һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был арала 16 меңдән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ. Капиталь ремонтҡа йәнә миллиард һум самаһы аҡсаны милек хужалары һәм урындағы үҙидара органдары средстволары иҫәбенән йүнәлтеү ҡаралған.