10 декабрь, Шәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 10:07

Өфөлә социаль туризм мәсьәләләре буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумы асыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә 15 декабрҙә социаль туризм мәсьәләләре буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумы асыла. Баш ҡаланың Конгресс-холына илдең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылған. Улар араһында федераль үҙәк вәкилдәре, сит илдәрҙән туризм өлкәһендәге халыҡ-ара эксперттар ҙа бар.

Бынан тыш, форум эшендә Башҡортостандың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, республиканың муниципаль берәмек башлыҡтары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының йәмәғәт ойошмалары һәм бизнес өлкәһе, мәғариф һәм ғилми учреждениелары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте башланғысы менән ойошторола, төп ойошторусы булып Туризм буйынса федераль агентлыҡ сығыш яһай.

Форумдың тәүге көнөндә бер нисә сара үткәреләсәк: «Рәсәй Федерацияһында социаль туризмды үҫтереү. Проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» темаһына пленар ултырыш; Туризм буйынса федераль агентлыҡ менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу; «Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү (2011-2018 йылдар)» федераль маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса төбәк-ара кәңәшмә; Башҡортостанда туризмды үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәр өсөн федераль һәм республика наградаларын тапшырыу тантанаһы; Башҡортостан Республикаһының Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүе тураһындағы килешеүҙә ҡатнашыусылар иҫәбенә рәсми рәүештә инеү тантанаһы.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, икенсе көнөндә форум сиктәрендә саралар Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә дауам итәсәк. Федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ төбәктәрҙең туризм индустрияһы вәкилдәре өсөн күсмә сессия ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ форум сиктәрендә туризмды үҫтереү өлкәһендәге төрлө мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар үтәсәк. Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн мәҙәни программа ла ҡаралған.

Конгресс-холл фойеһында Башҡортостандың туристик-рекреацион мөмкинлектәре күргәҙмәһе эшләй.

Республикала социаль туризмды үҫтереү программаһы ағымдағы йылдың апрель айында әҙерләнде һәм ҡабул ителде. Был проект бөгөнгө көндә тик Башҡортостанда ғына эшләп килә.