Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Граждандар көсө» Рөстәм Хәмитовҡа һайлау ваҡытында сит ил эксперттарына уңайлы шарттар булдырғаны өсөн рәхмәтен белдерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә «Граждандар көсө» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Валерий Ивановскийҙан хат килде. Ул 2011 йылдың 4 декабрендә үткән парламент һайлауҙарында халыҡ-ара эксперттарҙы, Европарламент депутаттарын йылы ҡабул иткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Башҡарма власть һәм беҙҙең ойошма тарафынан булдырылған команданың уртаҡ тырышлығы һәм берҙәмлеге арҡаһында сит ил эксперттары өсөн Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә эшләү, йәғни һайлау участкаларына барыу, һайлау комиссияһы рәйестәре менән осрашыу, һайлаусылар, йәмәғәтселек һәм журналистар менән аралашыу өсөн бөтә кәрәкле шарттар ҙа булдырылды», — тиелә хатта.

Валерий Ивановский республикала үткәрелгән һайлау кампанияһына юғары баһа бирҙе, кампания һәм дөйөм республика хаҡында ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа эшендә уңышлыҡтар теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть