5 декабрь, Дүшәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 9:00

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе белгестәре «Алтын идея» премияһы менән билдәләнде

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең белгестәре «Алтын идея» милли премияһы лауреаттары булды. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе директоры урынбаҫары Александр Пермяковтың Һиндостандағы лицензиялы производствоға етәкселек итеү буйынса эшмәкәрлеге «Хәрби-техник хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен хәл итеүгә индергән өлөшө, инициативаһы һәм тырышлығы өсөн» номинацияһында билдәләнде.

Берекмәнең һынау цехы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Храпутский хәрби-техник хеҙмәттәшлек өлкәһендәге ҡаҙаныштары, ҡорал һәм хәрби техника өлгөләрен эшләгәне һәм етештергәне өсөн «Йәш таланттар» номинацияһында лауреат исемен алды.

Дмитрий Храпутский конкурсҡа «Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы һәм сит ил заказсылары мәнфәғәтендә фронт авиацияһының перспективалы самолеттарын мәғлүмәт һәм диагностика йәһәтенән тәьмин итеү» тип аталған хеҙмәтен тәҡдим итте. Ул двигателдәрҙе һынау менән шөғөлләнеүсе хеҙмәттең көндәлек эшмәкәрлегенә заманса мәғлүмәт технологияларын индереүҙе өйрәнгән.  

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең корпоратив коммуникациялар идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конкурсҡа йәмғеһе 68 заявка килгән. Конкурс материалдары тәүҙә эксперттар төркөмө менән баһаланған, һуңынан 5 декабрҙә Хәрби-техник хеҙмәттәшлек буйынса федераль хеҙмәт директоры Михаил Дмитриев рәйеслегендә үткән «Алтын идея» милли премияһы ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында күрһәтелгән.