4 декабрь, Йәкшәмбе

14 декабрь 2011 йыл, 19:39

Өфөлә көрәш буйынса Рәсәй чемпиондары билдәләнде

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге тамамланды. Киләһе спортсылар төрлө ауырлыҡ категорияларында еңеүсе һәм призер булды.

Өлкәндәр араһында чемпиондар: 60 кг – Рәмил Ғәлимов (Башҡортостан), 65 кг – Руслан Нурғәлиев, 70 кг – Алик Яҡупов (Башҡортостан), 75 кг – Альберт Рәхмәтуллин (Башҡортостан), 80 кг – Ренат Хәйретдинов (Татарстан), 85 кг – Рөстәм Исламов (Башҡортостан), 90 кг – Раил Нурғәлиев (Татарстан), 100 кг – Ленар Иванов (Татарстан) һәм 100 килограмдан ашыу – Ильяс Ғәлимов (Татарстан).

Йәштәр араһынан киләге спортсылар беренсе урынға лайыҡ булды: Артур Нурмөхәмәтов (50 кг, Башҡортостан), Марат Купкенов (55 кг, Сыуашстан), Эльмир Әхәтов (60 кг, Татарстан), Айнур Назмиев (65 кг, Татарстан), Рәмил Синәкәев (70 кг, Татарстан), Артур Зөлҡәрнәев (75 кг, Башҡортостан), Булат Сатаров (80 кг, Татарстан) һәм Радик Сәләхов (80 килограмдан ашыу, Татарстан).

Икенсе урынға Башҡортостандың киләһе егеттәре лайыҡ булды: Рушан Ильясов (65 кг), Наил Мөхәмәдйәнов (80 кг), Илдар Моратов (90 кг) һәм Юрий Сабанов (100 килограмдан ашыу). Йәштәр араһынан: Илдар Баһауетдинов (60 кг), Рөстәм Кәшәфетдинов (65 кг), Дим Хәйруллин (70 кг) һәм Руслан Шәйхетдинов (80 килограмдан ашыу).

Өсөнсө урынға Башҡортостандың киләһе спортсылары сыҡты: өлкәндәр араһынан – Салауат Зарипов (60 кг), йәштәр араһынан – Фәдис Ҡотлогилдин (55 кг).

Дөйөм команда иҫәбендә өлкәндәр араһында ла, йәштәр араһында ла еңеүселәр киләһесә булды: 1. Татарстан, 2. Башҡортостан, 3. Пермь крайы.