4 декабрь, Йәкшәмбе

15 декабрь 2011 йыл, 8:37

Финляндияның Европа эштәре һәм тышҡы сауҙа буйынса министры Александер Стубб лекция менән сығыш яһаны

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанға рәсми визит менән килгән Финляндияның Европа эштәре һәм тышҡы сауҙа буйынса министры Александер Стубб бөгөн Башҡорт дәүләт университетында булды. Ул халыҡ-ара мөнәсәбәттәр белгеслеге буйынса белем алған Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенттарына лекция уҡыны. Лекцияла, атап әйкәндә, Европа союзының тарихы, уның хәҙерге торошо һәм артабанғы эшмәкәрлеге перспективалары тураһында һүҙ барҙы.

Финляндиянан килгән ҡунаҡ Башҡорт дәүләт университеты студенттарының махсус дисциплиналар буйынса тәрән белемен билдәләне. Лекция барышында ул буласаҡ дипломаттар менән тәжрибә уртаҡлашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Йәштәр өсөн тел буйынса кәртәләр юҡ, бөтә һорауҙарҙы ла улар инглиз телендә бирҙе. Уларҙы министрҙың Грецияла барған ваҡиғаларға ҡарашы, Финляндия вуздарында сит ил студенттарының иҫәбе, ниндәй сит ил вузында белем алыуы яҡшыраҡ булыуына Александер Стуббтың фекере, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойомаһына һәм Евросоюзға инеү перспективалары ҡыҙыҡһындырҙы.