Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Байыҡ» конкурсының гала-концерты үтәсәк

Йәмғиәт

IV «Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсы Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында 16 декабрҙә үтәсәк. Унда жюри һәм тамашасылар тарафынан иң яҡшы тип табылған бейеүселәр ҡатнашасаҡ. Еңеүселәр дүрт номинация буйынса билдәләнәсәк.

Йола буйынса гала-концертта ҡатнашыу өсөн профессиональ башҡарыусылар – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» бейеү фольклор ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры, Сибай дәүләт филармонияһы ансамбле, шулай уҡ Төркиә, Эстония, Ҡаҙағстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Адыгея, Хакасия, Осетия бейеүселәре лә саҡырылған.

«Башинформ» агентлығына проект авторы һәм алып барыусыһы Рита Өмөтбаева хәбәр итеүенсә, быйыл телевизион конкурста ҡатнашырға 500-ҙән ашыу кеше теләк белдергән. Конкурсанттарҙы Нефтекама, Баймаҡ, Учалы ҡалаларында, Малаяҙ ауылында, «Красноусол» шифаханаһында үткән күсмә һайлап алыу турҙарында һайлап алғандар. Уларҙан 100 кеше генә икенсе турға үткән. Интерактив этаптан 70 кеше үткән. Дүртенсе турҙа ҡатнашыусыларҙың исемдәре тауыш биреү ярҙамында билдәләнгән, тауыш биреүҙә 3 меңдән ашыу тамашасы ҡатнашҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть