10 декабрь, Шәмбе

14 декабрь 2011 йыл, 16:48

Өфө мэры вазифаһын Ирек Ялалов башҡарасаҡ

автор: Людмила Терновая

Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының бөгөнгө 44-се ултырышында Ҡала советы депутаттары конкурс һөҙөмтәләре буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы менән тәғәйенләнгән кеше үҙ вазифаһына ингәнсе баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы Ирек Ялаловҡа йөкмәтте. Бығаса Ирек Ялалов республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарҙы. Депутаттар йәнә, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыуы сәбәпле, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.    

Ирек Ялаловты Өфө мэры вазифаһына тәҡдим иткән БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов был кандидатураның Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән килешелгән булыуын билдәләне.

Белешмә өсөн. Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов 1961 йылдың 27 ғинуарында тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын һәм Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда «Эре панелле йорттар төҙөү» тресында мастер, прораб булып башлай.

ВЛКСМ-дың Октябрь район комитетында һәм КПСС-тың Октябрь район комитетында, төрлө төҙөлөш һәм инженерлыҡ предприятиеларында етәксе вазифаларҙа эшләй. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары була.

Һигеҙ йыл дауамында Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы, артабан Ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы начальнигы вазифаларын биләй.  2009 йылда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

2010 йылдың 9 ноябренән Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығын етәкләй.