11 декабрь, Йәкшәмбе

14 декабрь 2011 йыл, 16:16

Италияла Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе асыла

автор: Эльмира Сабирова

«Рәсәйҙән бер ҡараш» (Взгляд из России) күргәҙмәһе кесе йома, 15 декабрҙә, Италияла асыласаҡ, унда Башҡортостан рәссамдары ижады тәҡдим ителәсәк. Үҙ эштәрен Италия халҡына 75 автор тәҡдим итәсәк. Урар араһынан Сергей Краснов, Зөфәр Ғаянов, Виктор Пегов, Юрий Уждавини, Рәйес Ғәйетов һәм башҡалар. Төрлө техникала башҡарылған 100-ҙән ашыу эш тәҡдим ителәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Рәссамдар союзы президенты Владислав Пегов хәбәр итте.

— Күсмә күргәҙмәне тәүгеләрҙән булып Турин халҡы күрәсәк. Әлеге сара 2011 йылда иғлан ителгән Италияла Рәсәй мәҙәниәте йылы һәм Рәсәйҙә Италия мәҙәниәте йылы сиктәрендә ойошторола, — тип һөйләне Владислав Пегов. – Проект Рәсәй һәм Италия төбәктәре араһында бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторола.

Был күргәҙмә ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә үткәрелгән тәүге сара түгел. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың июль айында Өфөгә Италияның «Qualitaly» Мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро килгәйне.

Владислав Пегов һүҙҙәре буйынса, яҡын арала Өфө тамашасыһына Италия рәссамдарының эштәрен тәҡдим итеү планлаштырыла.

Әлеге күргәҙмә Башҡортостан Президенты Хакимиәте һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостандың Рәссамдар союзы менән ойошторола. Делегация составында – БР Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығының тышҡы бәйләнештәр бүлеге мөдире Фидан Ишеғолов, күргәҙмә директоры Гөлшат Куликова, БР Рәссамдар союзы президенты Владислав Пегов.