11 декабрь, Йәкшәмбе

14 декабрь 2011 йыл, 14:51

«Уфимское Времечко» балаларҙы Ҡыш бабайға хат яҙырға саҡыра

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында сыҡҡан «Уфимское Времечко» тапшырыуы «Беҙҙең Времечко Ҡыш бабайы» Яңы йыл алды акцияһын үткәрә.

Журналистар балаларҙан ысын Ҡыш бабайҙан ҡотлауға яҙма ғаризалар ҡабул итә. Хаттарҙы балалар үҙҙәре яҙа йәки төҫлө һүрәт итеп төшөрә ала. Ата-әсәләргә сабыйҙарҙың мөрәжәғәтен «Уфимское Времечко» Ҡыш бабайына» билдәһе менән 450076, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы адресы буйынса ғына ебәрергә кәрәк.

Бына инде һигеҙ йыл дауамында «Уфимское Времечко» тапшырыуы республика киң мәғлүмәт саралары араһында төрлө хәйриә акцияларын ойоштороу һәм үткәреү буйынса «закон сығарыусы» булып тора.

Улар араһынан иң сағыуҙары — «Времечко хыялдарҙы тормошҡа ашыра» һәм «Беҙҙең Времечко балалары». Был ваҡыт эсендә редакция коллективы һәм уларҙың дуҫтары арҡаһында Башҡортостанда тиҫтәләгән оло кешегә һәм балаға ҙур ярҙам күрһәтелде.

Хәйриә акцияларында ябай кешеләр генә түгел, билдәле сәйәсмәндәр, музыканттар, спортсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнаша.