Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

2011 йылға планлаштырылған табиптарҙы ҡайтанан әҙерләү тамамланды

Иҡтисад

Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә бәйле өҫтәмә саралар буйынса, шулай уҡ Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау сиктәрендә Башҡортостанда 146 табип әҙерлек һәм ҡайтанан әҙерлек үтте. Уларҙың барыһы ла республикалағы дауалау-профилактик учреждениеларға ҡайтарылған яңы ҡорамалдарҙа эшләй, йәки урындарҙа кадрҙарға булған ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн специализацияһын алмаштырған.

— Быйыл әҙерлек һәм ҡайтанан әҙерлек үтергә тейешле 147 табиптың берәүһе генә уҡыуҙарын тамамлай алманы, сөнки йәшәү урынын алмаштырҙы. Ағымдағы йылда профессиональ әҙерлек үткәндәр араһында кардиологтар, терапевтар, пульмонологтар, педиатрҙар, ультратауыш ярҙамында диагностикалау белгестәре, рентгенологтар, бактериологтар, радиологтар, эндоскопсылар, гинекологтар һәм дауалау физкультураһы табиптары бар. Һәр белгес билдәле эш урыны, билдәле ҡорамалда эшләү өсөн әҙерләнде, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығының һөнәри белем биреү бүлеге начальнигы Әлфиә Гәрәйшина.

Киләһе йылда медиктарҙы ҡайтанан уҡытыу дауам ителәсәк, әммә был юлы ул Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау сиктәрендә генә алып барыласаҡ. 2012 йылда табиптарҙы республика хеҙмәт баҙарындағы өҫтәмә саралар программаһы буйынса ҡайтанан әҙерләү ҡаралмаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть