Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

«Хәләл» стандарты буйынса республика комитеты Күмертау һәм Учалы ҡалаларында вәкиллектәрен аса

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет Күмертау һәм Учалы ҡалаларында үҙенең вәкиллектәрен аса, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Комитет етәксеһе Тимур Шәнгәрәев.

Күмертау ҡалаһындағы вәкиллек «Хәләл» сертификацияһы буйынса, шулай уҡ Башҡортостандың көньяҡ райондарында һәм Ырымбур өлкәһендә сертификацияланған предприятиеларҙы тикшереү буйынса эш алып барасаҡ. Учалылағы вәкиллек республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары һәм Силәбе өлкәһе өсөн яуаплы буласаҡ. Хәҙер инде Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет был төбәктәрҙәге етештереүселәр һәм һатып алыусылар менән һөҙөмтәлерәк эшләй аласаҡ.

Тимур Шәнгәрәев һүҙҙәре буйынса, вәкиллектәр шәриғәт ҡанундарын яҡшы белгән урындағы имамдар менән тығыҙ бәйләнеш тотасаҡ. Бынан тыш, ойошмаларға дини кешеләр үҙҙәре үк, йәки улар тарафынан тәҡдим ителгән кешеләр, был өлкәләге эксперттар етәкселек итәсәк.

Теги: хәләл,дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть