Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Темәстә «Вәлиди уҡыуҙары» үтте

Сәйәсәт

Баймаҡ районы Темәс ауылының моделле китапханаһында билдәле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 121 йыл тулыуға арналған «Вәлиди уҡыуҙары» тип аталған конференция үтте. Унда «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, урындағы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре, ауыл мәктәбенең 8-9 синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Тарихи-мәҙәни үҙәк методисы Лилиә Ишбаева Зәки Вәлидиҙең биографияһы менән таныштырҙы, урындағы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зәбир Үтәбаев уның фәнни эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур Күлмырҙин. Китапханасы Гөлдәр Изибаева Вәлидиҙең әҙәби мираҫы хаҡында һөйләне, уның фәнни һәм сәйәси ҡаҙаныштарын билдәләне. Хеҙмәт ветераны Асия Бикбова билдәле ғалим тураһындағы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Бынан тыш, мәктәп уҡыусылары Темәс ауылы, Баймаҡ районы һәм Башҡортостанда булған Әхмәтзәки Вәлиди исеме менән бәйле иҫтәлекле урындар хаҡында фекер алышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть