10 декабрь, Шәмбе

14 декабрь 2011 йыл, 11:11

БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты башлығы блогерҙар берләшмәһенең һорауҙарына яуап бирә

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

14 декабрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиковтың онлайн-конференцияһы үтә.  

Сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем www.i-gazeta.com сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Теүәл 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.

i-gazeta.com сайтында интернет ҡулланыусылар өсөн видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында ойошторолған.

БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты башлығының халыҡ менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит»тә донъя күрәсәк материалдарҙа, шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар таҫмаһында сағылыш табасаҡ.

Видеояҙма эшкәртелгәндән һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.