5 декабрь, Дүшәмбе

14 декабрь 2011 йыл, 11:34

Баш ҡалала транспорт һәм элемтә предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Кесе йома, 15 декабрҙә, Өфөлә транспорт һәм элемтә предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Унда 15 эш биреүсенең ҡатнашыуы көтөлә, улар эш эҙләүселәргә 300-гә яҡын буш эш урыны тәҡдим итәсәк, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыу һәм эш урындары вакансиялары йәрминкәһендә, милек формаһына һәм иҡтисади эшмәкәрлек төрөнә ҡарамай, кадрҙар һайлап алыуға мохтаж булған барлыҡ эш биреүселәр ҙә ҡатнаша ала.

Вакансиялар йәрминкәһе Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса урынлашҡан ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үтәсәк. Башлана – 10 сәғәттә.