7 декабрь, Шаршамбы

14 декабрь 2011 йыл, 11:09

Йыл аҙағынаса Өфөлә 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылда Өфөлә капиталь төҙөлөш буйынса ҡала адреслы программаһын тормошҡа ашырыуға 220 миллиард һум ҡаралған. Был хаҡта мэрияла үткән матбуғат хеҙмәтендә Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын реконструкциялау дауам итә. Атап әйткәндә, 13-сө ҡала клиник дауаханаһында поликлиника, Өфөнөң Орджоникидзе районында табиптар офисын төҙөү буйынса эштәр алып барыла.

— Мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү объекттарына ҙур иғтибар бүленә, — тине Владислав Никитин. – Шулай итеп, ағымдағы йылда «Ҡариҙел» биҫтәһендә 80 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Яңы уҡыу йылы башланыуға Сипайлово, Инорс һәм Дим райондарында бер нисә балалар баҡсаһы төҙөлдө. Улар 150 урынға иҫәпләнгән. Шулай уҡ йыл аҙағынаса Чернышевский урамында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла.

2012 йылда асыласаҡ башҡа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөү ҙә планда ҡаралған. Бынан тыш, 102-се Башҡорт гимназияһын реконструкциялау буйынса эштәр алып барыла.

Спорт объекттарына килгәндә, ағымдағы йылдың ноябрендә 650 кешегә иҫәпләнгән «Уфа-Арена» универсаль спорт аренаһының икенсе сираты сафҡа индерелде. «Южный» биҫтәһендә бассейн төҙөлдө.

— Ҡала бюджеты средстволары иҫәбенә быйыл баш ҡаланың төрлө райондарында ете универсаль спорт майҙансығы төҙөлдө. К-90 трамплинын реконструкциялау буйынса эштәр дауам итә.

темалар: төҙөлөш