11 декабрь, Йәкшәмбе

14 декабрь 2011 йыл, 10:52

17 декабрҙә Өфөлә шыршы баҙарҙары асыла

автор: Галина Бахшиева

17 декабрҙән Өфөлә 118 шыршы баҙары эшләй башлаясаҡ. Ошондай йәнә 15 баҙарҙы баш ҡаланың аҙыҡ-түлек магазиндары селтәре ойошторасаҡ.

— Шыршы баҙарҙарының күбеһе Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан, был районға 27 сауҙа нөктәһе тура килә. Киров районында йәшел ҡупшыҡайҙар тәҡдим итеүсе 24 баҙар эшләйәсәк. Совет, Октябрь һәм Орджоникидзе райондарына 21, 16 һәм 14 шыршы баҙары тура килә. Ленин һәм Дим райондары халҡы ла шыршыһыҙ ҡалмаясаҡ. Улар өсөн Ленин районында – ун, Дим биҫтәһендә алты баҙар ойошторолған, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева.

Шыршы баҙарҙары Яңы йылға – 31 декабрҙең кисенә тиклем эшләйәсәк.