Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә грузин киноһы кисәһе үтте

Йәмғиәт

Өфөлә грузин киноһы кисәһе үтте. Сара «Кохав» йәһүд йәмәғәт ойошмаһы ҡатнашлығында ойошторолған, Өфөнөң «Алмаш» кинотеатрында йәһүд һәм грузин йәштәре өсөн режиссер Георгий Данелияның «Паспорт» фильмы күрһәтелде.

Башҡортостандағы «Шота Руставели исемендәге грузин милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Давид Гурешидзе әйтеүенсә, проект милләт-ара диалогты, төбәктә эшләп килгән ойошмаларҙағы йәштәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән.

— Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла был проекттың үҙенсәлекле булыуын билдәләне, — тине Давид Гурешидзе. — Фильм ҡарағандан һуң фекер алышыу ойошторолдо, унда милли ойошмалар вәкилдәре үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты, йәһүд һәм грузин халҡының меңәр йылдарға һуҙылған дуҫлығы тарихынан ҡыҙыҡлы факттар тураһында һөйләне. Һәм был дҫлыҡ, саранан күренеүенсә, әле лә дауам итә.

«Кохав» йәһүд ойошмаһы директоры Софья Тереғолова ла бындай проекттарҙың күп милләтле республика өсөн һәр ваҡыт ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

— Бындай проекттарға айырыуса йәштәрҙе йәлеп итеүҙең мөһим булыуын билдәләге килә, — тине Софья Тереғолова. – Ошо рәүешле беҙ йәштәрҙә толерантлыҡ тәрбиәләүгә булышлыҡ итәбеҙ. Беҙҙең ойошмаларҙың был һуңғы проекты түгелдер, тип ышанам.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть