8 декабрь, Кесе йома

14 декабрь 2011 йыл, 10:01

Башҡортостан менән Финляндия төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә Финляндияның һәм Рәсәйҙең бер нисә төҙөлөш комплексы предприятиеһы етәкселәренең эшлекле бәйләнештәр биржаһы үтте. Уның эшендә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡатнашты.

Сара Европа эштәре буйынса һәм тышҡы сауҙа министры Александер Стубб етәкселегендәге Финляндия делегацияһының Өфөгә эш визиты сиктәрендә үткәрелде. Делегация составында рәсми кешеләр, шулай уҡ Финляндияның эре предприятиелары топ-менеджменты ла бар.

Финляндия яғы Башҡортостан Республикаһының хеҙмәттәшлек итеү өсөн перспективалы  төҙөлөш комплексы предприятиеларын алдан һайлап алған. Эшлекле бәйләнештәр биржаһында Финляндияның байтаҡ компанияларының генераль директорҙары ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан.

Шулай итеп, сара сиктәрендә Gebwell Oy компанияһының презентацияһы үтте, компания йылытыу һәм һыуытыу өсөн экологик яҡтан таҙа сараларҙа махсуслаша.

Larmix Oy төҙөлөш компанияһы Башҡортостан предприятиеларына айырым эштәр башҡарыу ғына түгел, ә дөйөм төҙөлөштө ойоштороу буйынса ла партнерлыҡ программаларын һәм килешеү нигеҙендә оҙайлы сроклы бәйләнештәр тәҡдим итте.

Осрашыуҙан һуң республиканың төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл комплексы объекттарына барыу ойошторолдо.