11 декабрь, Йәкшәмбе

14 декабрь 2011 йыл, 9:50

Өфө уҡыусылары 140 ағасты ҡотҡарған

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң Октябрь районы уҡыусылары «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы менән иғлан ителгән «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһы сиктәрендә 19 тоннанан ашыу макулатура йыйған.

— Беҙҙең акция баштан уҡ ҡала райондары буйынса бер нисә этапҡа бүленде. Акция Ленин районында старт алды һәм унда 8,5 тонна макулатура йыйылды. Артабан эстафетаны баш ҡаланың Октябрь районы ҡабул итте. Бында бөгөнгө көндә 19 тонаннан ашыу икенсел сеймал йыйылған. «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» тәбиғәтте һаҡлау акцияһы был районда 19 декабргә тиклем дауам итәсәк, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.

Сиратта – Дим районы. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, бер ай элек башланған акцияла ҡаланың бөтә мәктәптәре лә ҡатнаша ала. Уның төп үҙенсәлеге шунда: макулатураны мәктәптәрҙән «Тәбиғәт» махсус автомобиле – экомобиль үҙе килеп ала.

«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһының төп маҡсаты — балаларға бындай сеймалды рациональ файҙаланыу һәм ҡайтанан эшкәртеү кәрәклеген күрһәтеү. Әйткәндәй, бер тонна ҡағыҙ дүрт кубометр самаһы ағасты, икенсе төрлө әйткәндә, биш ҙур ағасты һаҡлап ҡала. Өфөнөң Ленин һәм Октябрь райондары уҡыусылары, тимәк, 140-ҡа яҡын ағасты ҡотҡарған.