10 декабрь, Шәмбе

14 декабрь 2011 йыл, 9:17

Салауат Сәғитов БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

13 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән Салауат Сәғитовты республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтенән.

Белешмә өсөн. Салауат Тәлғәт улы Сәғитов 1977 йылдың 22 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо уҡ йылда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә әйҙәүсе белгес булып башлай.

Төрлө йылдарҙа Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары, идаралыҡ рәйесе вазифаһын башҡарыусы, артабан Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары була.  

2010 йылдан Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы вазифаһын биләй.

Салауат Сәғитов — фән һәм техника өлкәһендә дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты.