11 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2011 йыл, 17:39

Рөстәм Хәмитов Финляндия делегацияһы менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

13 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финляндияның Европа эштәре буйынса һәм тышҡы сауҙа министры Александер Стубб етәкселегендәге рәсми делегация вәкилдәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан Президенты ҡунаҡтарҙы республиканың иҡтисади һәм сәнәғәт ҡеүәттәре менән таныштырҙы. Бөгөн Башҡортостан халыҡ иҫәбе буйынса Рәсәй Федерацияһында етенсе урын биләй, ә сәнәғәт етештереү күләмдәре буйынса ул алдынғы ун төбәк иҫәбендә. Республика башлығы, төбәк иҡтисадының нигеҙен күп йылдар дауамында нефть сығарыу һәм уны эшкәртеү тәшкил итте, һуңынан уларға нефть химияһы өҫтәлде, тип билдәләне. Был тармаҡтан алынған табыш республика бюджетының 30 процентын тәшкил итә.

Иҡтисад үҫешенең икенсе мөһим йүнәлеше – машиналар эшләү. Был иң элек авиация двигателдәре, вертолеттар эшләү заводтары, нефть сығарыу һәм эшкәртеү өсөн ҡорамалдар сығарыу.

Рөстәм Хәмитов Финляндиянан килгән ҡунаҡтарҙы ауыл хужалығы производствоһының тарихи традициялары менән таныштырҙы һәм, Башҡортостан күпләп иген, ит һәм һөт етештерә һәм был күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш субъектына инә, тип билдәләне.

Президент әйтеүенсә, республиканың яртыһын тиерлек урман алып тора, әммә уны эшкәртеү базаһы әлегә көслө түгел. Ошоноң арҡаһында ул Башҡортостан территорияһында ағас эшкәртеү буйынса яңы производстволар булдырыуҙы мөмкин булған хеҙмәттәшлек йүнәлештәренең береһе итеп күрә.  

— Финляндиялағы ағас эшкәртеү технологияларының кимәле юғары баһаға лайыҡ,  — тине Рөстәм Хәмитов.

Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдары етештереү өлкәһендә лә Башҡортостан менән Финляндияның хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциалы бар. Быға республиканың инвесторҙар өсөн асыҡ булыуы ла булышлыҡ итә. Башҡортостан Президенты инвесторҙар өсөн ярайһы ҙур ташламалар ҡаралған норматив документтарға ла туҡталды. Рөстәм Хәмитов төбәк башлығы булараҡ республикала эшләү өсөн уңайлы шарттарҙы гарантиялауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендәге административ кәртәләрҙе бөтөрөүҙе Башҡортостан Хөкүмәте лә контролдә тота.

— Башҡортостан – бик һәйбәт тәбиғи, эшлекле һәм иҡтисади мөхит булдырылған ҡунаҡсыл республика, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу беҙҙең өсөн ҡыуаныслы булыр ине.

Финлядия Республикаһы делегацияһы башлығы Александер Стубб Башҡортостанға 20 эре фин компанияларынан вәкилдәр килеүе тураһында һөйләне. Улар төҙөлөш, энергетика, ағас эшкәртеү, логистика, транспорт хеҙмәттәре өлкәһендә эшләй.

— Визит дауамында беҙҙең предприятиелар уртаҡ тел табыр, тип ышанам, — тине Стубб әфәнде.

Финляндия делегацияһының визиты сиктәрендә  Башҡортостан — Финляндия эш төркөмө кәңәшмәһе үткәреләсәк. Уның барышында хеҙмәттәшлек итеүҙең аныҡ йүнәлештәре билдәләнәсәк. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре тураһында әлеге осрашыуҙа ла әйтелде. Атап әйткәндә, Башҡортостан предприятиеларын Финляндияла презентациялау мөмкинлеге ҡаралды.