Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Силәбе өлкәһендә башҡорт дискотекаһы үтте

Йәмғиәт

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында башҡорт дискотекаһы үтте, ул Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы менән ойошторолдо.

Йәштәр сараһына 200-гә яҡын егет һәм ҡыҙҙар йыйылды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров. Улар өсөн Айнур Мансуров, Рәнис Аҡкужин, Оксана Ильюп сығыш яһаны. Шулай уҡ Силәбенән саҡырылған ҡунаҡ Ринат Ғәлимов менән ойошторолған күңелле конкурстар ҙа йәштәр күңеленә хуш килде. Барлыҡ еңеүселәр приздар менән бүләкләнде. Ауыл йәштәре ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм яҡын арала сараны ҡабатлауҙарын һораны.

— Башҡорт дискотекалары – йәштәр араһында башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуҙың бер төрө, тип иҫәпләйем, — тине ойоштороусыларҙың береһе Руфат Йәлилов.

Михаил Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай сараларға башҡорт йәштәре генә түгел, Көньяҡ Уралда йәшәүсе башҡа халыҡ егет һәм ҡыҙҙары ла килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть