4 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2011 йыл, 16:20

Бангладеш Рәсәйҙән ике миллион тонна иген һатып аласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бангладеш Халыҡ Республикаһы Рәсәйҙән яҡынса ике миллион тонна иген һатып алырға уйлай. Ил төбәктәре араһынан төп тәьмин итеүсе тип Башҡортостан ҡарала. Был хаҡта Өфөлә журналистар менән аралашыу барышында  Бангладеш Республикаһы Аҙыҡ-түлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса секретары Барун Дев Митра хәбәр итте.

Барун Дев Митра, илдең аграр өлкәһендә производство йылдан йыл үҫтерелеүгә ҡарамаҫтан, унда аҙыҡ-түлек етмәү мәсьәләһе көнүҙәк булып тора, тип билдәләне.

— Беҙҙең илдә яҡынса 160 миллион кеше йәшәй, — тине ул. – 1970-се йылдарҙа беҙ 10 миллион тонна иген үҫтерә инек. Хәҙер йыллыҡ уңыш 33 миллион тоннанан ашыу тәшкил итә. Әммә был да беҙгә әүәлгесә етмәй.

Барун Дев Митра билдәләүенсә, Бангладешҡа Рәсәйҙән иген поставкалау хөкүмәт-ара килешеү сиктәрендә ойоштороласаҡ. Тейешле килешеүгә Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин менән Бангладеш Премьер-министры Шейх Хасинаның осрашыуы барышында өлгәшелде.

— Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Рәсәйҙе, Башҡортостанды балыҡ, диңгеҙ продукттары, сәй, бал менән тәьмин итә алабыҙ, — тине Барун Дев Митра. – Һеҙҙең республика менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн беҙҙә башҡа төрлө перспективалы өлкәләр ҙә бар. Беҙҙең делегация Башҡорт дәүләт аграр университетында булды, һәм вуздар араһында студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу ике яҡ өсөн дә отошло булыр ине. Дин өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәле буласаҡ, сөнки беҙҙә халыҡтың күпселек өлөшө Ислам динен тота.