3 декабрь, Шәмбе

13 декабрь 2011 йыл, 15:43

Өфөлә көрәш буйынса милли чемпионат старт алды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостандың баш ҡалаһында көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге старт алды.  

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Федерацияһының Милли спорт көрәше федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Көрәш һәм билбау көрәше буйынса федерацияһы уның ойоштороусылары булып сығыш яһай.

Чемпионат менән беренселектә Рәсәй Федерацияһының 28 төбәгенән 300-ләп спортсы ҡатнаша.

Призерҙар — 16-19 йәшлек егеттәр араһында — 50, 55, 60, 65, 70, 75, 80 килограмға тиклем, 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияларында; ололар (19 йәштән өлкәнерәктәр) 60, 65, 70, 75, 80, 85, 90, 100-гә тиклем һәм 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияларында билдәләнәсәк.

Ярыштарҙы асыу тантанаһында «Олимп» өлгөлө эстрада-спорт студияһы ҡыҙҙары һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының  «Стардл» спорт–аэробик шоу вәкилдәре сығыш яһаны.

Спорт байрамында ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға тәбрикләү һүҙҙәре менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Рәсәй Федерацияһының Милли спорт көрәше федерацияһы рәйесе Зәүҙәт Миңләхмәтов мөрәжәғәт итте. Улар батырҙарға һәм тамашасыларға келәмдә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс көрәш теләне.

Тантананан һуң «Динамо» комплексында киң мәғлүмәт саралары өсөн матбуғат конференцияһы үтте.  

Уның барышында Рәсәйҙең Көрәш федерацияһы рәйесе Зәүҙәт Миңләхмәтов был спорт төрөнөң бай тарихы һәм йолалары булыуын билдәләне. Көрәш – татар һәм башҡорт халыҡ байрамдарының мотлаҡ атрибуты. Әлеге чемпионат 2013 йылда Ҡазанда үтәсәк Универсиадаға әҙерлек этаптарының береһе булараҡ ҡабул ителә.

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Вячеслав Чернов көрәш буйынса ошондай мөһим турнирҙы үҙебеҙҙә үткәрергә мөмкинлек биреүҙәре өсөн рәхмәтен еткерҙе, һәм был төрҙө көрәшкә бәйле башҡа ярыштарға, шул иҫәптән, мәҫәлән, милли һәм Олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса бөтә донъя уйындарына индерергә кәрәклеген билдәләне.