11 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2011 йыл, 15:29

Бангладеш делегацияһы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында булды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанға рәсми визит менән килгән Бангладеш Халыҡ Республикаһы делегацияһы көн элгәре республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында булды.

Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бангладештың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок, Бангладештың Аҙыҡ-түлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса секретары Барун Дев Митра, Бангладештың Аҙыҡ-түлек идаралығының генераль директоры Ахмед Хоссаин Кхан республикаға Башҡортостан бойҙайын был илгә арзан хаҡҡа поставкалау мәсьәләләрен тикшереү маҡсатында килгән. Бынан тыш, делегация алдында диңгеҙ продукттарын, күн изделиеларын, текстиль тауарҙарын экспортлау буйынса хеҙмәттәшлек итеү өсөн яңы өлкәләр табыу бурысы ла тора.

Сайфул Хок осрашыуҙа хәбәр итеүенсә, Башҡортостан майҙанына тиң тиерлек территорияла яҡынса 165 миллион кеше йәшәй. Бангладеш экспорт күләме буйынса Ҡытайҙан һуң донъяла икенсе урында тора. Аҡсалата ул 18 миллиард доллар тәшкил итә.

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев, республикала махсус рәүештә етештерелгән тауарҙарҙы ҡарарға һәм шул нигеҙҙә оҙайлы бәйләнештәр булдырырға кәрәк, тип билдәләне. Мәҫәлән, Башҡортостанда етештерелгән «рыжик» тип аталған май бирә торған культура импортерҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр ине. Уның үҙҡиммәте түбән һәм ул еңел эшкәртелә. Өс ай элек Башҡортостан «рыжигы» менән Балтик буйы илдәре лә ҡыҙыҡһына башланы, һәм уның тәүге партиялары Европаға оҙатылды ла инде.

Азат Фазлыев шулай уҡ Бангладеш етештереүселәрен республикала йылына бер нисә тапҡыр үткәрелгән һәм халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан текстиль тауарҙар күргәҙмәләрендә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле менән ойошторолған төрлө эшлекле һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Билдәләп үтәйек, Бангладеш делегацияһы республикаға икенсегә килә. Ҡунаҡтар Башҡортостан вәкилдәренең яуап визиты булырына ышанысын белдерҙе.

Өфөгә визит сиктәрендә Бангладеш делегацияһы ҡаланың алдынғы юғары уҡыу йорттарында, республиканың Ауыл хужалығы министрлығында, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә булды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан.