11 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2011 йыл, 15:08

Өфөлә Польша тәржемәсеһе менән осрашыу ойошторола

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә күренекле шағир, Нобель премияһы лауреаты Чеслав Милош ижады белгесе һәм билдәле тәржемәсе Анатолий Ройтман менән осрашыу ойошторола. Был турала «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге рәйесе Марина Садыҡова-Лисовская хәбәр итте.

— Был сара Өфөнөң мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға буласаҡ һәм Башҡортостандағы Милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм Польшалағы Чеслав Милош йылы сиктәрендә үткәрелгән саралар араһында лайыҡлы урын аласаҡ, — тине ул.

Анатолий Ройтман менән осрашыу Рәсәйҙәге Польша Республикаһы Илселегенең консуллыҡ бүлеге ҡатнашлығында ойошторола. Ул 17 декабрҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институтында үтәсәк. Башлана – 14 сәғәттә.