Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә ҡаланың иң матур ҡыҙҙары билдәләнде

Йәмғиәт

«Мисс Өфө-2011» матурлыҡ бәйгеһе йәнә баш ҡаланың иң матур ҡыҙҙарын билдәләне. Сарала ҡаланан 15 һылыу ҡатнашты.

Шоу программаһында дефиле, үҙең менән таныштырыу һәм башҡа төрлө бәйгеләр булды. Кисә аҙағында ҡыҙҙар матур күлдәктәрҙә сәхнәгә сығып, тамашасы күңелен һомғоллоғо, һөйкөмлөлөгө менән арбаны.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса киләһе ҡыҙҙар еңеүсе тип табылды.

Өсөнсө урынға 21 йәшлек Ольга Сивачева сыҡты, уға туристик сәйәхәткә сертификат тапшырылды.

Икенсе урынды һәм шәшке тиреһенән тегелгән тунды 18 йәшлек Ольга Бурмистрова алды, уға фотосессияға сертификат тапшырылды.

«Мисс Өфө-2011» конкурсында еңеүсе тип 17 йәшлек Мария Жигулева иғлан ителде, таж менән бергә уға бриллиант муйынсаҡ та эләкте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть