4 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2011 йыл, 13:29

Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» өсөн һорауҙар ҡабул ителә башланы

автор: Марина Шумилова

Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте башлығы Владимир Путинға «тура бәйләнеш»кә килгән хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәге эшләй башланы. «Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы» программаһы «Россия 1», «Россия 24» телеканалдарында, «Маяк», «Вести FM» һәм «Радио России» радиостанцияларында кесаҙна, 15 декабрҙә, Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12-лә эфирға сығасаҡ, тип хәбәр итә электрон киң мәғлүмәт саралары.

«Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы» программаһы Мәскәүҙәге Ҡунаҡһарайҙан эфирға сығасаҡ. 8-800-200-40-40 телефоны аша берҙәм мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенән шылтыратырға мөмкин (стационар һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай). Һорауҙар яҙылған SMS-хәбәрҙәр 0-40-40 һандарына ҡабул ителә — Рәсәй буйынса бөтә элемтә операторҙары телефондарынан хат ебәреү — бушлай. Бынан тыш, Хөкүмәт башлығына «Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы» программаһы сайтында ла һорау бирергә мөмкин — www.moskva-putinu.ru.

Владимир Путин менән «тура бәйләнеш»кә килгән мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге тура эфир тамамланғанға ҡәҙәр эшләйәсәк. 15 декабргә билдәләнгән «Владимир Путин менән һөйләшеү» иҫәп буйынса унынсы сара буласаҡ. Граждандарҙың һорауҙарына Владимир Путин тура эфирҙа тәүге тапҡыр 2001 йылда яуап биргәйне. Премьер-министр тура эфирҙа рәсәйлеләр менән сәғәт ярым аралашасаҡ, тип планлаштырыла, әммә 2009 һәм 2010 йылдарҙа бындай аралашыу дүрт сәғәттән ашыуға һуҙылғайны.