4 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2011 йыл, 12:55

Энергетика министрлығы Көнбайыш Себер – Волга буйы торба үткәргесе төҙөлөшөн хупланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Федерацияһының Энергетика министрлығы Көнбайыш Себер – Волга буйы торба үткәргесе төҙөлөшөн хупланы. Был хаҡта Өфөлә ИТАР-ТАСС агентлығының төбәктәге вәкилд    әре менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан менән Татарстан торба үткәргесте төҙөүҙә инициаторҙар булып сығыш яһаны. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәре буйынса, был мәсьәлә буйынса алға китеш бар. Рәсәйҙең Энергетика министрлығы был төҙөлөштө хупланы, тик бында дәүләт ресурстары ҡатнашмаясаҡ. Бында Рәсәй Федерацияһы бюджеты күҙ уңында тотола. Торба үткәргес инвесторҙар средстволары, шул иҫәптән федерация субъекттарының ҡайһы бер средстволары иҫәбенә төҙөләсәк.

Башҡортостан Президенты проектты тормошҡа ашырыу буйынса яҡынса эш пландары хаҡында хәбәр итте. Ике республика хөкүмәттәре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы етәкселеге ҡатнашлығында Башҡортостанда йәки Татарстанда проект офисы булдырыласаҡ.

— Әле беҙ был проектты формалаштыра ғына башлайбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Көнбайыш Себерҙән өҫтәмә сеймал алһаҡ, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, әлбиттә, нефть химияһы ныҡ ҡына үҫешәсәк.

— Был проект өсөн, әлбиттә, көрәшәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты. – Төрлө фекерҙәр бар, әммә бөгөнгө көндә беҙгә сеймал кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Был проект тиҙ тормошҡа ашырылмаясаҡ. Бының өсөн бер-ике генә түгел, бәлки, биш-алты йыл да кәрәк булыр, әммә башларға кәрәк.