Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Бангладеш делегацияһы Башҡортостандың аграр сәнәғәт комплексы предприятиелары менән танышты

Иҡтисад

БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселегенең, республикалағы эре аграр сәнәғәт комплексы предприятиелары вәкилдәренең Бангладеш Халыҡ Республикаһы делегацияһы менән осрашыуында Бангладешты аҙыҡ-түлек продукцияһы менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Ҡунаҡтар делегацияһын Бангладеш Халыҡ Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок, Аҙыҡ-түлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса секретары Барун Дев Митра, уның урынбаҫары Кхандокер Атиар Рохман етәкләй, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһындағы аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереүсе иң ҙур төбәктәрҙең береһе. Аҙыҡ-түлек игене генә бында йыл һайын 3 млн тоннанан ашыу күләмдә етештерелә. Игенгә илдәге эске ихтыяж 2,4 млн тоннаны тәшкил итә. Башҡортостан был культураның миллион тонна самаһы артып ҡалған өлөшөн Рәсәйҙә, шулай уҡ сит илдәргә һатыуға хоҡуҡлы.

Территорияһы буйынса Башҡортостанға тиң Бангладеш Республикаһында 160 млн кеше йәшәй. Элек республика 2 млн тонна самаһы иген үҫтергән. Әле уның күләме миллион тоннаға тиклем кәмегән. Шуға күрә аҙыҡ-түлек продукцияһын ситтән ҡайтарыу көнүҙәк мәсьәләләрҙән иҫәпләнә. Мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү Бангладешҡа аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк һәм был хеҙмәттәшлек ике яҡҡа ла файҙалы буласаҡ.

Башҡортостан Бангладешҡа арыш, ҡарабойҙай, көнбағыш та тәҡдим итә ала. Эре мал иҫәбе һәм һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы урында булғанға күрә, Башҡортостан киптерелгән һөткә лә экспортҡа оҙатырға мөмкин булған продукт итеп ҡарай.

Бангладештан килгән ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт аграр университеты менән танышты. Улар үҙҙәренең студенттарын беҙҙең илдәге аграр вуздарҙа уҡытырға теләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть