10 декабрь, Шәмбе

13 декабрь 2011 йыл, 11:57

Сергей Аксаковтың тыуыуына 220 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә бөтә Рәсәй конференцияһы үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Рәсәйҙең күп милләтле киңлегендә рус әҙәбиәтенең һәм мәҙәниәтенең урыны (Аксаковтар ғаиләһе өлгөһөндә)» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы 16 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетында үтәсәк. Фәнни форум Сергей Аксаковтың тыуыуына 220 йыл тулыуға һәм Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына ҡарата үткәрелә, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Фәндәр академияһы, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Өфө уҡытыусылары һәм ғалимдарынан тыш, фәнни секциялар эшендә Мәскәү, Ульяновск, Петрозаводск, Хабаровск ҡалаларынан да ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.

Пленар ултырыш һәм секция эштәренән тыш, тарих фәндәре кандидаты Алексей Кулешовтың «Рәсәй тарихында Аксаковтар нәҫеле» монографияһының презентацияһы һәм төбәктәрҙе үҫтереү стратегияһы буйынса семинар планлаштырыла.

Конференция сиктәрендә ҡатнашыусылар Өфөләге Сергей Аксаковтың Мемориаль йортона барасаҡ.