9 декабрь, Йома

13 декабрь 2011 йыл, 11:11

Рөстәм Хәмитов ИТАР-ТАСС агентлығының төбәктәге вәкилдәре менән осрашты [видео]

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Волга буйы төбәге иҡтисадына инновациялар индереүҙе мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү» семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашыу өсөн Өфөгә килгән ИТАР-ТАСС мәғлүмәт агентлығының төбәктәге вәкилдәре менән осрашты. Рөстәм Хәмитов ҡунаҡтарҙы республиканың сәнәғәт мөкинлектәре менән таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһының эре, ҡеүәтле төбәктәренең береһе. Республикала дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәй, Башҡортостан халыҡ иҫәбе буйынса Рәсәйҙә етенсе урында тора, сәнәғәт етештереү күләмдәре буйынса ла республика ошондай уҡ урын биләй.

— Башҡортостан, нефть, бал, авиадвигателдәрҙән тыш, үҙенең тәбиғәте, үҙенсәлекле ландшафты менән дә билдәле. Республика территорияһы һәр төрлө тәбиғәт мөғжизәләренә бай, ҡыҙыҡлы, — тип һөйләне журналистар менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙә күлдәргә бай дала зонаһы бар, Көньяҡ Урал бик матур. Ямантауҙың иң бейек түбәһе – 1620 метр. Ҡышын саңғылар менән ял итеүе һәйбәт, йәйгеһен йылғалар буйлап һалда ағып төшөү, мәмерйәләргә сәйәхәт ҙур популярлыҡ ала.

Республика башлығы быйылғы ҡаҙаныштарға ла туҡталды. Сәнәғәт етештереү күләмдәре уҙған йылға ҡарата 110 процентты тәшкил иткән, тауар әйләнеше лә арта.

— Беҙ бер позицияла ла минусҡа төшмәнек, бөтә ерҙә лә ыңғай күрһәткестәр менән киләбеҙ,— тип билдәләне Башҡортостан Президенты. — Зарланыуы гонаһ. Республиканың финанс торошо тотороҡло. Бурыстарыбыҙ юҡ, кредиттар алмайбыҙ. Быйылғы йылға 16 миллиард һум самаһы дефицит менән инһәк тә, ошо ярайһы ҡатмарлы йылдың бюджеты ҙур булмаған профицит менән үтәлде.  

Республика башлығы төбәк иҡтисадының оҙаҡ ваҡыт нефть сығарыуға, уны эшкәртеүгә, нефть химияһына йүнәлтелгән булыуын билдәләне. Сәнәғәт производствоһы күләмендә нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү бөгөн 30 процентты тиерлек тәшкил итә. Дөйөм алғанда иҡтисадтың был ҡеүәтле өлөшө бюджетҡа 32 процент табыш килтерә.

— Дөйөм тенденцияларҙан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ һәм яңыртыуға, инвестициялар йәлеп итеүгә курс алғанбыҙ. Һәм был эшебеҙ килеп сыға, — тип билдәләне төбәк башлығы.

Миҫал өсөн, «Эксперт» журналының Урал буйынса һуңғы һаны инновациялар индереү буйынса төбәктәр рейтингыларына йомғаҡ яһаны. 2010 йылда Башҡортостан был рейтингыла беренсе урында килә. Быйыл да уның позициялары үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Сәнәғәт производствоһын тергеҙеү күрһәткестәре лә һәйбәт. 2007 йыл менән сағыштырғанда беҙ 30 процентҡа юғарыраҡ күрһәткес менән барабыҙ.

Журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты был айҙағы төп сәйәси ваҡиғаға – Дәүләт Думаһына депуттар һайлауға ла баһа бирҙе. Улар көйлө үткән, беҙҙең һөҙөмтә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғары.  

— Миңә республикабыҙ өсөн бер ҙә оят түгел, беҙ ғәҙел эшләнек, — тип аңлатма бирҙе һайлау йомғаҡтарына ҡаршы сығыштарға Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙә КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән бер нисә мең күҙәтеүсе, тиҫтәләгән сит ил хәбәрселәре эшләне. Бер ниндәй иҫкәрмә лә булманы.

«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк исемлеген етәкләгәс, Рөстәм Хәмитов бындай һөҙөмтәне үҙенең шәхесенә күрһәтелгән ышаныс кеүек тә ҡабул итә.

— Йыл ярым элек беҙ «Кешеләр өсөн эшләргә» тигән лозунг иғлан иттек, һәм был беҙҙең өсөн лозунг ҡына түгел, ә ысынбарлыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. — Властың кешеләрҙән айырылғанлығын күрәм. Йәмғиәт баҙар иҡтисады ысынбарлығы алдында яңғыҙ ҡалған. Дәүләт машинаһын халыҡҡа йөҙө менән бороу өсөн тырышҡан йыл ярым эсендә мин һайлаусыларыбыҙҙан ышаныс мандаты алдым.

Рөстәм Хәмитов һайлау һөҙөмтәләре тураһында бәйән итте — был «Берҙәм Рәсәй»ҙән 12 мандат, компартиянан икәү, ЛДПР һәм «Ғәҙел Рәсәй»ҙән берәр мандат. 16 кеше Башҡортостандан Дәүләт Думаһына ебәреләсәк – Рәсәй Федерацияһында был икенсе, бәлки өсөнсө урындағы һөҙөмтәлер.

Президент төбәкте артабан үҫтереү буйынса пландарҙы ла телгә алды. Булған производствоны яңыртыу, инвестициялар йәлеп итеү ҙә – улар иҫәбендә. Рөстәм Хәмитов был йүнәлештә эшләнгән тәүге аҙымдар, атап әйткәндә, республикала уңайлы инвестицион мөхит өсөн норматив база булдырыу тураһында һөйләне.

Шул уҡ ваҡытта ул йән башына бюджет тәьминәтен арттырыу буйынса эшләргә кәрәклеген билдәләне. Мәскәү менән сағыштырғанда, был күрһәткес беҙҙә биш тапҡырға түбәнерәк.

Рөстәм Хәмитов ИТАР-ТАСС агентлығы хәбәрселәренең Башҡортостан һәм Татарстан аша үтергә тейешле Көнбайыш Себерҙән углеводородтар йөрөтөү өсөн үткәргес торбалар төҙөү перспективалары тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе. Субъекттарға федераль үҙәктән өҫтәмә вәкәләттәр тапшырылыуына ла ул үҙенең ҡарашын белдерҙе.

— Мин матбуғат, кешеләр менән аралашыу өсөн асыҡ. Нисек кенә ауыр булмаһын, блог алып барыуҙы ла дауам итәм. Әле Башҡортостан Президенты сайтындағы мәғлүмәт майҙансығын үҙгәртәм. Һорауҙар бар икән – тимәк, яуап бирергә кәрәк. Мин асыҡ һәм ғәҙел Президент булырға тырышам. Шулай буласаҡмын да, — тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы тамамлап.