Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө социаль туризм буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумын ҡабул итергә әҙерләнә

Иҡтисад

15-16 декабрҙә Өфөлә социаль туризм мәсьәләләре буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумы үтәсәк. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән берлектә Рәсәй Федерацияһының Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ үткәрә.

Башҡортостандың социаль туризмды үҫтереү программаларын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәһен Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәйелдереү өсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ илдә социаль туризмды артабан үҫтереү өсөн Рәсәй Хөкүмәтенән ярҙам алыу форумды үткәреү маҡсаттары булып тора.

Билдәләп үтергә кәрәк, форум йәмәғәтселектә һәм федераль киң мәғлүмәт сараларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бөгөнгө көнгә 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән.

Форумдың тәүге көнөндә бер нисә сара үткәреләсәк: «Рәсәй Федерацияһында социаль туризмды үҫтереү. Проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» темаһына пленар ултырыш; Туризм буйынса федераль агентлыҡ менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу; «Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү (2011-2018 йылдар)» федераль маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса төбәк-ара кәңәшмә; Башҡортостанда туризмды үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәр өсөн федераль һәм республика наградаларын тапшырыу тантанаһы; Башҡортостан Республикаһының Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүе тураһындағы килешеүҙә ҡатнашыусылар иҫәбенә рәсми рәүештә инеү тантанаһы.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, икенсе көнөндә форум сиктәрендә саралар Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә дауам итәсәк. Федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ төбәктәрҙең туризм индустрияһы вәкилдәре өсөн күсмә сессия ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ форум сиктәрендә туризмды үҫтереү өлкәһендәге төрлө мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар үтәсәк. Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн мәҙәни программа ла ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть