Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

2012 йылда Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ

Иҡтисад

Киләһе йылдың йәйенә Башҡортостан территорияһына инвесторҙар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән ҙур масштаблы мәғлүмәти проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Был хаҡта Өфөлә Волга буйы федераль округы иҡтисадына инновациялар индереүҙе мәғлүмәти тәьмин итеүгә бағышланған ИТАР-ТАСС агентлығы етәкселегенең һәм уның төбәк хәбәрселәренең семинар-кәңәшмәһендә ИТАР-ТАСС агентлығының генераль директорының беренсе урынбаҫары Михаил Калмыков хәбәр итте.

— Әлеге ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу өсөн партнерҙар эҙләйбеҙ. Киң мәғлүмәт саралары араһынан ғына түгел, ә Башҡортостанды был йүнәлештә үҫтерергә теләгән бизнес вәкилдәре араһынан да. Проектыбыҙ ярты йылдан, йәғни алдағы йылдың йәйенә эшләп китер, тип ышанабыҙ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Михаил Калмыков.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть