Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенән депутаттар исемлеге билдәләнде

Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан төбәк исемлеге өсөн республика һайлаусылары 70,5 процент тауыш биргән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһынан лидерҙар иҫәбенә инде.

4 декабрҙә һайлауҙа йыйылған тауыштарҙың юғары проценты «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенән кандидаттар өсөн 12 депутат мандаты булдырҙы. Билдәле булыуынса, төбәк исемлегендә беренсе килгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика башлығы вазифаһында ҡалыуы хаҡында иғлан итте. Шулай итеп, 12 кеше «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат булды:

1.Крашенинников Павел Владимирович

2.Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы

3.Качкаев Павел Рюрикович

4.Йосопов Марсель Харис улы

5.Дегтярёв Александр Николаевич

6.Фәхретдинов Иршат Юнир улы

7.Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы

8.Мәхмүтов Әнүәр Әнәс улы

9.Климов Виктор Владимирович

10.Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы

11.Мәрҙәншин Рафаэль Мирхәтим улы

12.Поцяпун Владимир Тимофеевич  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть