3 декабрь, Шәмбе

12 декабрь 2011 йыл, 18:01

Октябрьскийҙа Заһиҙә Бәхтийәрова иҫтәлегенә арналған I бейеү фестивале үтәсәк

автор: Марина Шумилова

16 декабрҙә Октябрьскийҙа ҡаланың Балалар хореография мәктәбен ойоштороуҙа ҡатнашҡан Заһиҙә Бәхтийәрова иҫтәлегенә арналған I бейеү фестивале үтәсәк.

Заһиҙә Нурый ҡыҙы Бәхтийәрова 1916 йылдың 31 декабрендә Салауат районы Мәсетле ауылында тыуған. 1938 йылда Өфө театр училищеһының балет бүлеген тамамлаған. Фәйзи Ғәскәров етәкселеге аҫтында башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Башҡорт опера һәм балет театрының тәүге балет труппаһында сығыш яһаған. 1950 йылда Заһиҙә Бәхтийәрова Ленинград консерваторияһының хореография факультетын тамамлаған.

Заһиҙә Бәхтийәрованың уҡыусылары араһында Рузалия Сәйетгәрәева ла бар. Ҡала бейеү фестивален үткәрергә ул тәҡдим иткән. Фестиваль Октябрьский музыка училищеһында үтәсәк. Унда ҡаланың барлыҡ хореография коллективтары, шулай уҡ Баулы ҡалаһы (Татарстан) бейеү ансамбле сығыш яһаясаҡ.