3 декабрь, Шәмбе

12 декабрь 2011 йыл, 17:03

Үҙәк хәрби округында дин тотоусы хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эшләү буйынса командир ярҙамсыларының вазифауи бурыстары раҫланды

автор: Әлим Фәйезов

Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы «Дин тотҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эшләүсе органдар эшмәкәрлеген тәртипкә һалыу тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Унда төрлө дини конфессияларҙан булған һалдаттар һәм офицерҙар менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса вазифалы кешеләрҙең статусы, вәкәләттәре һәм бурыстары билдәләнгән.  

«Дин тотҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эш итеү буйынса командир ярҙамсылары Рәсәй Федерацияһындағы традицион дини берекмәләрҙең дини хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән тәғәйенләнә. Үҙенең эшмәкәрлеген ул сиркәүҙә ҡабул ителгән тәғлимәттәргә таянып алып бара. Тейешле культ предметтарын һаҡларға һәм файҙаланырға хоҡуҡлы», — тиелә бойороҡта. Дин тотоусы хеҙмәткәрҙәр менән эшләү буйынса бригада командиры ярҙамсыларының хеҙмәти бурыстары иҫәбендә уның туранан-тура начальнигына буйһоноуы айырып билдәләнгән. Махсус мәсьәләләрҙә – Үҙәк хәрби округының шәхси состав менән эшләү буйынса идаралығының тәғәйен бүлеге начальнигына.

Командир ярҙамсыларының бурыстары иҫәбендә йәнә команда составын дини характерҙағы мәсьәләләр буйынса консультациялау, төрлө дин тотҡан хәрбиҙәр араһында дини-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты һаҡлау, стресс ситуациялары эҙемтәләрен бөтөрөүгә булышлыҡ итеү ҙә ҡаралған.

Үҙәк хәрби округта йәмғеһе 24 диндарҙар менән эшләү буйынса командир ярҙамсылары вазифаһы ҡаралған. Шуларҙың алтауһы эш башланы ла инде, тип хәбәр иттеләр Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән.