Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Юрий Шевчук: «Сәйәсәт – иң етди һәм иң ҡатмарлы сәнғәт»

Йәмғиәт

— Сәйәсәт – иң етди һәм иң ҡатмарлы сәнғәт. Ул беҙгә йәмғиәттә бергә йәшәргә ярҙам итә, — тип хәбәр итте «ДДТ» төркөмө лидеры Юрий Шевчук Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында.

Баш ҡалала үткәргән көндәренең береһен ул журналистар менән аралашыуға бағышларға ҡарар иткән.

— Кешеләргә сәйәсәттә ысын кеше булып ҡалыуы бик ауыр. Сөнки бында хәлде бөтөнләй икенсе кимәлдә аңлау бара. Глобаль ваҡиғалар кешенең эске сәйәсәтенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Власть – һәр кеше өсөн бик ауыр һынау. Күп кешеләр илдә йәшәгән халыҡтың тормошон яҡшыртыу маҡсаты менән, изге ниәттәр һәм идеялар менән власҡа килә. Әммә бер-ике йылдан был кешелә үҙгәрештәр башлана. Ул тәнҡитте ишетмәй башлай, үҙ фекере булған кешеләрҙе сығарып, уның менән килешеүселәрҙе генә янына ала башлай. Һин иң аҡыллыһы, тип әйтеп тороусы билдәле бер кешеләр генә уны уратып ала. Был бик ауыр йөк, — тип һөйләне Юрий Шевчук. – Был осраҡта иң мөһиме – тормош тәжрибәһе, үҙ-үҙеңде аңлау һәм, минеңсә, үҙеңде аяуһыҙ тәнҡитләү. Шәхсән үҙем концертым менән ҡәнәғәт түгелмен, Өфөлә сығыш яһауы һәр саҡ ауыр, был минең тыуған ҡалам бит.

Музыканттың матбуғат конференцияһында журналистар күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алды. Депутатлыҡҡа һайланыу тураһындағы һорауға Юрий Шевчук былай тип яуапланы:

— Был хаҡта уйламаным, мин бик әҙ беләм, иҡтисадты ла төплө аңлап етмәйем. Бында төплө аҡыллы, белемле кеше кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть